Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Яңы йыл байрамдарында пенсиялар ваҡытында килтереләсәк

Иҡтисад

Ғинуар айындағы Яңы йыл каникулдары пенсиялар һәм башҡа пособиелар түләү сроктарына йоғонто яһамаясаҡ. Рәсәй почтаһы уларҙы ваҡытында һәм тулы күләмдә илтәсәк.

Пенсия һәм пособие алыу графигы 1 – 4 ғинуарға тура килгәндә, Пенсия фонды менән килешеү буйынса почта хеҙмәткәрҙәре уларҙы декабрҙә үк килтереп бирәсәк, — тип белдерҙе Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы директоры Альберт Дүсәлимов. Ә 2010 йылдың 5-10 ғинуарында түләнергә тейешле пенсиялар һәм пособиелар билдәләнгән графикка ярашлы килтереләсәк. 7 һәм 9 ғинуарҙа алырға тейешле кешеләргә лә пенсиялары ваҡытынан алда илтеләсәк.

Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә түләүгә айлыҡ субсидиялар, пенсияға өҫтәмәләр, бала ҡарау буйынса түләүҙәр ҡәҙимге график буйынса еткереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть