Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа Палатников исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте

Сәйәсәт

Күмертауҙа фән, техника, производствоны ойоштороу һәм инновациялар өлкәһендә Александр Палатников исемендәге премия тапшырыу тантанаһы үтте.

Премия 2008 йылда ҡалала вертолет производствоһына нигеҙ һалыусы, авиация заводының беренсе директоры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Күмертау ҡалаһының Хөрмәтле гражданы Александр Самойлович Палатников иҫтәлегенә булдырыла. Премияны ойоштороусылар – Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертау филиалы һәм «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

«Уҡыусылар, техник ижад клубтары тәрбиәләнеүселәре» номинацияһында – «Винттың тартыу көсөн билдәләү өсөн һынау стенды» әҙерләгән Максим Утенков менән Рәлиф Сабанчин премия лауреаттары булды; « ӨДАТУ-ҙың Күмертау филиалы һәм Күмертау авиация техникумы студенттары, аспиранттары һәм уҡытыусылары » номинацияһында ӨДАТУ-ҙың киске бүлеге студенттары — Игорь Кириленкоға «Scholz»  автоклавын тикшереү һәм техник эшкәртеү» эше өсөн һәм башҡаларға премиялар тапшырылды.

Лауреаттарҙың барыһына ла иҫтәлекле миҙалдар, дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть