9 декабрь, Йома

14 декабрь 2009 йыл, 12:12

Чудов биатлон буйынса II этапта “көмөш” миҙал яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Австрияның  Хохфильцен ҡалаһында биатлон буйынса донъя Кубогының II этабы тамамланды. Рәсәйлеләр Иван Черезов, Евгений Устюгов, Николай Круглов һәм Максим Чудов 7,5 километрға 4 эстафетаның «көмөш» призерҙары булды. Улар австрийҙарҙан 25,6 секундҡа ғына ҡалышты.

«Бронза» миҙалды немецтар яуланы. “Көмөш” өсөн көрәштә һуңғы этапта Чудов немец Симон Шемпты алты секундҡа уҙа алды.