8 декабрь, Кесе йома

14 декабрь 2009 йыл, 11:56

Башҡортостанда “Изгелек ҡыл балаға” хәйриә акцияһы тамамланды

автор: Лиә Нәғимова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда 1 декабрҙән 12-һенә тиклем Милләт сәләмәтлеге лигаһы һәм Бакулев исемендәге Бөтә Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге тарафынан ойошторолған “Изгелек ҡыл балаға” (“Прикоснись к сердцу ребенка”) акцияһы барышында тыумыштан йөрәк ауырыуына дусар балаларҙы дауалауға 10 миллион һум иғәнә йыйылды. Средстволар әле лә килеүен дауам итә. Был һан Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында үткәрелгән акцияға йомғаҡ яһауға арналған хәйриә концертында иғлан ителде.

Рәсәйҙә «Изгелек ҡыл балаға» акцияһы 1999 йылдан алып ойошторола. Уны башлап ойоштороусы булып Милләт сәләмәтлеге лигаһы президенты, А.Н. Бакулев исемендәге Бөтә Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге директоры, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы Лео Бокерия тора.  Был хәйриә проектының маҡсаты – йәмәғәтселекте тыумыштан йөрәк сирен тулыһынса дауалау мөмкинлектәре менән таныштырыу һәм был диагноз менән балаларҙы дауалауға адреслы финанс ярҙамы йәлеп итеү. Бакулев үҙәгенән врачтар бригадаһы тыумыштан йөрәк сирле балаларға диагностика һәм консультация үткәреү өсөн урындарға бара, бала саҡта йөрәгенә операция яһатҡан спортсылар командаһы ҡатнашлығында футбол матчы һәм хәйриә концерты үткәрелә.

— Был акцияны беҙ бынан ун йыл элек, йөрәк сире менән тыуған сабыйынан күп йәш ата-әсәләр баш тартҡан осорҙа, – тип аңлатты Лео Бокерия. — Ул саҡта беҙ тәүге тапҡыр хәйриә акцияһын Мәскәүҙә үткәрҙек, һәм уның менән шунда уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ҡыҙыҡһындылар. Быйыл ул Башҡортостанда – йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһын үҫтереү өсөн бик күп эшләнгән республикала ойошторолдо.

Республика кардиология диспансерында А.Н. Бакулев исемендәге Бөтә Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәгенең төп врач-кардиологтары 90 баланы һәм сабыйҙар йортонан 14 бәләкәй пациентты тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса балаларҙың ҡайһы берҙәрен Мәскәүҙәге Бакулев үҙәгенә ебәрергә ҡарар ителде, ә ҡайһы берҙәренә Өфөлә Республика кардиоүҙәгендә операция яһаласаҡ.

Акцияны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт билдәһе итеп академик Лео Бокерия БР Президенты Мортаза Рәхимовҡа “Изгелек ҡыл балаға” акцияһының ун йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалы һәм Раил Сарбаевҡа иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Үҙ сиратында, Премьер-министр ҙа Лео Бокерияға сувенир – йөрәк тотоп тороусы ике ҡул – бүләк итте.

— Кешеләргә ярҙам итеүҙән дә изгерәк һәм хөрмәтлерәк эш юҡ, ә инде йөрәккә операция яһау һәләтенә һәр кем эйә түгел. Һәм беҙ илебеҙҙә академик Бокерия кеүек талантлы кешеләр булыуына бик шатбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Сарбаев.

Акция һөҙөмтәләре буйынса уны ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн республиканың ҡайһы бер министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, шулай уҡ унда туранан-тура ҡатнашҡандары өсөн Республика кардиология диспансеры, Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы врачтары рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.