6 декабрь, Шишәмбе

14 декабрь 2009 йыл, 10:33

Республика кардиодиспансерында Телемедицина үҙәге асылды

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

Шәмбе, 12 декабрҙә, Республика кардиология диспансерында “Изгелек ҡыл балаға” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Телемедицина үҙәге асылды. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Бакулев исемендәге Бөтә Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге директоры, "Милләт сәләмәтлеге лигаһы" президенты Лео Бокерия, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов,  БР һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков ҡатнашты.

Тантанала Фидус Ямалтдинов әйтеүенсә, был үҙәкте асыу  республика халҡына медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген киңәйтәсәк. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә, ә үҙәкте асыу быны тағы бер тапҡыр раҫлай ғына, тип билдәләне ул.

Хәҙер Республика кардиодиспансеры пациенттары һәм врачтары Рәсәй һәм сит илдәрҙең төп белгестәре менән дистанцион консультациялар һәм конференциялар үткәреү мөмкинлеге алды. Киләсәктә Башҡортостанда 17 ошондай үҙәк һәм 60-тан ашыу телемедицина пункты асыласаҡ.

Шул уҡ көндө Бакулев исемендәге Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәге менән беренсе телекүпер үткәрелде. Телемедицина үҙәген асыу менән коллегаларын "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һаулыҡ һаҡлау департаментының информацион технологиялар һәм телемедицина буйынса баш белгесе, Рәсәй телемедицина ассоциацияһының башҡарыусы секретары Валерий Столяр ҡотланы.

Үҙ сиратында, Лео Бокерия был ваҡиғаны Башҡортостандың бөтә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн үтә мөһим тип атаны.

Телекүпер сиктәрендә Өфө врачтары Мәскәүҙән генә түгел, шулай уҡ бындай үҙәк байтаҡтан эшләгән Сибайҙан коллегалары менән дә аралашты.

Ләкин пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу врачтар өсөн элеккесә иң юғары награда булып ҡала. Лео Бокерияға Фәнил Әҙелғәлиев сәскәләр гөлләмәһе бүләк итте, уға хирург бынан ярты йыл элек операция яһаған булған.

— Мин Һеҙгә ғүмер бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәтлемен, ошондай Үҙәк һәм ошондай докторҙар булыуына бик шатмын, — тине Фәнил.