7 декабрь, Шаршамбы

11 декабрь 2009 йыл, 17:48

Галина Карелова менән эш осрашыуы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов 11 декабрҙә Республика Йортонда Рәсәй Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы Галина Карелова менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан бүлексәһенең эше, партия ҡоролошо проблемалары менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Галина Карелова социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә  республика тәжрибәһен юғары баһаланы. Дәүләт Думаһы депутаты федераль кимәлдә уңышлы тормошҡа ашырырлыҡ ҡайһы бер проекттарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, республика халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы.

— Сиктән тыш ҡатмарлы операцияларҙың үҙ республикағыҙҙа үткәрелеүе бик мөһим, юҡһа, бүленгән квоталар буйынса пациентҡа Мәскәүгә йәки Санкт-Петербургҡа барырға тура килер ине, — тип билдәләне Галина Карелова.

Ул, ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бөтә социаль йөкләмәләр тулы күләмдә үтәлә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.