4 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2009 йыл, 17:13

Өфө ҡала Советының киләһе ултырышы 24 декабрҙә үткәрелә

автор: Марина Шумилова

Ирек Ниғмәтуллин рәйеслегендә Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы президиумы Советтың киләһе XXII ултырышын 24 декабрҙә үткәрергә ҡарар итте һәм раҫлауға тәҡдим ителгән норматив документтар проекттарын ҡараны.

Ҡала Советы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тикшереү барышында Советтың киләһе ултырыш көн тәртибенә ҡаланың йәшәйешен көйләүсе 14 мәсьәлә индерергә тәҡдим ителде. Ҡайһы бер ғәмәлдәге норматив акттарҙың айырым пункттары төҙәтеләсәк. Үҙгәрештәр, атап әйткәндә, 2009 йылға бюджет, ергә ҡуртым түләүе тураһында ҡарарҙарға ҡағыласаҡ.

Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының XIX ултырышы көн тәртибенә индерелгән бөтә мәсьәләләр алдан даими комиссиялар ултырыштарында ҡараласаҡ.

Президиум ағзалары ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер  Баязитовтың Өфө ҡалаһы ҡала округында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу барышы тураһында мәғлүмәте менән танышты. Депутаттар законды тормошҡа ашырыу буйынса ҡала хакимиәтенең эшен ыңғай тип таныны һәм уны дауам итергә тәҡдим итте.  

Шулай уҡ Президиум ағзалары Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы вәкилдәренең 2010 йылға хужалыҡ йәмғиәттәренең идара итеү (контроль) органдарына кандидатуралар исемлектәрен раҫланы.