Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Раил Сарбаев: “Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индереләсәк”

Йәмғиәт

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев  2009 йылдың 14-се декабренән алып 2010 йылдың 30-сы ғинуарына тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелеүе тураһында  күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

— Яңы йылды байрам итеү көндәрендә хәл ҡатмарлаша. Һуңғы өс йыл эсендә тап 30 декабрҙән 10 ғинуарға тиклемге осорҙа  87 кешенең ғүмерен алған 448 янғын осрағы теркәләгән, — тине яңыраҡ  Сибай ҡалаһында булып үткән кәңәшмәлә  Раил Сарбаев һәм хәл  ҡаты саралар күреүҙе, шул иҫәптән – күңел асыу учреждениелары торошон контролләүҙе көсәйтеүҙе талап итә, тип билдәләне.

Министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәренә янғынға ҡаршы режимды көсәйтеү  һәм техниканың юғары әҙерлеген тәьмин итеү йөкмәтелде. Урындағы власть органдарына биналарҙың  ҡыйыҡ баштарын һәм подвалдарын сүп-сарҙан  таҙартырға. Пермь ҡалаһындағы фажиғәнән һуң янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләрләренә айырыуса иғтибар биреү талап ителә. Тантаналы  һәм күңел асыу саралары үткәргән осорҙа пиротехника изделиеларын  ҡулланыу сикләнә. Биналарҙа иһә уларҙы ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Даими  тикшереүҙәр республиканың ял итеү учреждениеларында эвакуация юлы  һәм шәхси яҡлау средстволарының булмауы  төп боҙоуҙар  икәнлеген күрһәтте. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре менән берлектә эске эштәр хеҙмәткәрҙәре  халыҡтың күп йыйылған обьекттарында үткәрәсәк пландан тыш тикшереүҙәр барышында тап ошо етешһеҙлектәргә иғтибар биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть