8 декабрь, Кесе йома

11 декабрь 2009 йыл, 16:45

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән!

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөтә ватандаштарын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Ҡәҙерле ватандаштар! Һеҙҙе илебеҙҙең мөһим дәүләт байрамы – Конституция көнө менән ихлас ҡотлайым!

Яңы Төп Закон Рәсәй федератив дәүләтенең, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын юғары ҡиммәттәр сифатында раҫлауҙың ныҡлы сәйәси-хоҡуҡи нигеҙенә әйләнде. Ул Рәсәй  демократияһы, граждандар йәмғиәт институттары формалашыуында ысын мәғәнәһендә төп роль уйнай, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итә, Рәсәй Федерацияһының оборона һәләтлелеген һәм именлеген нығытыу өсөн шарттар булдыра.

Конституцияға ярашлы ил һәм федерация субъекттары закондары төҙөлә, артабанғы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, социаль һәм рухи-мәҙәни үҫеш буйынса мөһим аҙымдар билдәләнә. Ил Конституцияһының ҙур ижади потенциалы рәсәйлеләрҙең көнкүрешен эҙмә-эҙлекле яҡшыртыуға, күп милләтле Тыуған илебеҙҙең берҙәмлеген, ҡеүәтен һәм халыҡ-ара позицияларын нығытыуға табан стратегик курс үткәрергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының алдынғы, терәк төбәктәренең береһе – бөтә был йылдар эсендә ижад итеү, производствоны һәм социаль өлкәне ҡеүәтләндереү юлынан бара. Башкортостан ил үҫешендә ниндәй лайыҡлы урын биләүен, ҡалаларыбыҙ һәм райондарыбыҙ нисек яҡшырыуын, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа ҡырҡа үҙгәреүен һеҙ үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Беҙ киләсәктә лә шулай буласағына ышанабыҙ!  

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм именлек, рух күтәренкелеге һәм бәхет, Ватаныбыҙ хаҡына изге эштәрегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".