Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

30 кеше махсус автомашиналарҙан асҡыс алды

Йәмғиәт

Производствола бәхетһеҙлек осрағынан имгәнгән кешеләргә яңы махсуслаштырылған автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырылды. Транспорт саралары РФ Социаль страховкалау фонды иҫәбенә бирелде.

РФ Социаль страховкалау фонданың Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған ВАЗ-2105 махсус автомобилдәрен тапшырыу тантанаһы «Өфө-АвтоВАЗ» автоүҙәге базаһында үтте. Махсус автомашиналар асҡыстары республиканың төрлө мөйөштәренән 30 инвалидҡа тапшырылды. Әйткәндәй, һаулығындағы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, уларҙың күптәре тулы ҡанлы тормош алып бара.

Мәҫәлән, Надир Нурҡаев үҙенең яңы машинаһында республика инвалидтары араһында үткәрелгән спорт ярыштарына, туристик слеттарға барырға планлаштыра.

РФ Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латиповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йыл аҙағына тиклем ошондай махсус автомашиналар менән производствола бәхетһеҙлек осрағынан һәм профессиональ сир эҙемтәһендә имгәнгән тағы 35 кеше тәьмин ителәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть