4 декабрь, Йәкшәмбе

11 декабрь 2009 йыл, 15:00

"Ҡиммәттәр системаһы" киң мәғлүмәт саралары фестивалендә “метрлы” каналдар яҙмышы ҡаралды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Бөгөн "Ҡиммәттәр системаһы" II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестиваленең “телевидение” секцияһында ҡатнашыусылар “метрлы” телеканалдарҙың артабанғы  яҙмышы тураһында һөйләшеү алып барҙы.

Секция эшендә “ТВҮҙәк” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ижтимағи-сәйәси программалар дирекцияһы директоры урынбаҫары Ольга Надточей, “Башинформ” мәғлүмәт  агентлығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юнир Аҙнабаев,”Башҡортостан” телерадиокампанияһы” дәүләт унитар  предприятиеһы  директоры урынбаҫары Ғәлим Яҡупов, шулай уҡ Мәскәү, Саранск, Пермь һәм башҡа ҡалалар телеканалдары вәкилдәре ҡатнашты.

–  “Һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу”,“ Кулинария”, “Спорт” кеүек профилле каналдар балыҡҡа килеүе һәм Интернеттың әүҙем үҫеше менән эре телеканалдар ҡыйын хәлдә тороп ҡалды, тип иҫәпләй Ольга Надточей. – Улар үҙҙәренең аудиторияһының бер өлөшөн юғалтты. Мәҫәлән, “Беренсе каналдың” көндәлек зыяны  10-12 процент тәшкил итә.

Ольга Надточей фекеренсә, тамашасыларға тәҡдим ителгән мәғлүмәт продуктының сифаты ла яҡшыртыуҙы талап итә. Бөгөн журналистар социаль проблемалар һәм мәңгелек ҡиммәттәр темаһын аҙ яҡтырта. Был бер нисә сәбәп менән аңлатыла. Беренсенән, беҙҙең халыҡта публицистик программалар менән ҡыҙыҡһыныу юҡ. 90-сы йылдарҙа популяр булған сәйәси ток-шоуҙар ваҡыты  уҙҙы, бөгөнгә тамашасыға күңел асыу тапшырыуҙары һәм донъяла, илдә ни барын белеү өсөн яңылыҡтар кәрәк.

Икенсе мәсьәлә — беҙҙең телевидениеның ике, дөрөҫөрәге, өс ут араһында булыуы. Беренсенән, телевидение финанстар  йәһәтенән үҙен-үҙе аҡларға тейеш, икенсенән, ойоштороусылар мәнфәғәтен иҫәпкә алырға кәрәк, өсөнсөнән, журналистар үҙҙәренең төп бурыстарын – халыҡҡа дөрөҫөн һөйләргә тейешлеген  –  оноторға тейеш түгел.

– Һинең алдыңа – хужаға ярау, аҡса эшләү, алдашмау – ошо өс шарт ҡуйылғанда, эшләү ҡатмарлы,- ти Ольга Надточей. — Бындай шарттарҙа ижади яҡтан асылыу һәм мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һөйләүе ҡыйын. Беҙгә эрерәк формат кәрәк, әммә әлегә ул табылмаған.

Телевидениела ижтимағи-сәйәси программаларҙың етешмәүе, күңел асыу тапшырыуҙарының күп булыуы бөгөнгө һанлы телеканалдарының аҙ бюджетлы булыуы менән дә аңлатыла. Эре проекттар булдырыу өсөн уларҙың аҡсаһы етешмәй. Аҡса булған осраҡта ла, бындай каналдар уларҙы проекттар асыуға һалмай, сөнки иҡтисади яҡтан был файҙалы түгел. Тамашасылар менән етди һөйләшеүҙе  үҙенә  бөгөн эре каналдар ғына рөхсәт итә ала.

темалар: Фестивалдәр