Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

132 уҡыусы Мәскәүгә Кремль шыршыһына барасаҡ

Йәмғиәт

Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән уҡыусылар ҡатнашасаҡ традицион Президент шыршыһы 26 декабрҙә Дәүләт Кремль һарайында үтәсәк. Башҡортостандан Мәскәүгә 132 уҡыусы барасаҡ. Төп Яңы йыл тамашаһында ҡатнашыу бәхете уҡыуҙа, спортта, ижадта алдынғы булған балаларға, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәм фестивалдәрҙә еңеүселәргә тейҙе. Шулай уҡ делегация составында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренән, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙен балалар ҙа бар.

Дөйөм Рәсәй шыршыһы инде һигеҙенсе йыл рәттән үткәрелә, был ваҡыт эсендә унда республиканың 1000-дән ашыу балаһы барып ҡайтты.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусыларҙы был сәфәрҙәрендә педагогтар оҙатып барасаҡ, бәхетһеҙлек осраҡтарынан ҡурсалау маҡсатында врачтар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә барасаҡ.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть