8 декабрь, Кесе йома

11 декабрь 2009 йыл, 14:29

Рәшиҙә Солтанова: ғаилә ҡиммәттәре милли идея рангына күтәрелергә тейеш

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков | фото: Олег Яровиков

«Ҡиммәттәр системаһы» II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестивалендә Башҡортостан Республики Йәмәғәт палатаһының Социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт буйынса комиссияһы рәйесе, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү проблемаһын күтәрҙе.

Рәшиҙә Солтанованың фекеренсә, илебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен милли идея кимәленә күтәрергә кәрәк. Ул, был эштә киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнай ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәмғиәт журналистарҙан күпте көтә. Йәмғиәткә ябай кешеләр, ғаилә бәхете тураһында ыңғай материалдар күберәк кәрәк. Ә йәштәргә ғаилә — ул лимузин  менән матур туй ғына түгел, ә етди, көндәлек хеҙмәт тә булыуын өйрәтергә кәрәк.

Фестивалдә ҡатнашыусылар Рәшиҙә Солтанованың Рәсәйҙә ирҙәрҙе яҡлау проблемаһы ла тороуы тураһындағы фекерен хупланы.

— Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙ йыл буйына тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн көрәше һөҙөмтәһендә ирҙәр етди зыян күрҙе, — тине БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. – Ирҙәр хоҡуҡтарын яҡлаусы бер генә федераль закон да юҡ.

Башҡортостанда был етешһеҙлек әсәлекте һәм атайлыҡты яҡлау тураһындағы республика законы менән тулыландырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар союзы, үҙ яғынан, проблемаға “Ирҙәрҙе һаҡлағыҙ!” акцияһы үткәреп мөрәжәғәт итте. Ул Әбйәлил районынан башланды. Уның асылы ирҙәрҙе эскелектән ҡурсалауға, ғаиләгә айыҡ, хәстәрлекле ир һәм атай итеп ҡайтарыуға ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә, Рәшиҙә Солтанова әйтеүенсә,  15 ауыл ирҙәре спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартты. Бөгөн был изге башланғысты республиканың тағы бер нисә районы күтәреп алды.

Рәшиҙә Солтанова тағы бер проблеманы күтәрҙе – журналистың социаль яуаплылыҡ проблемаһы. Уның әйтеүенсә, профессионал дөрөҫ һәм объектив булырға, журналист материалдары факттарға тәрән анализ нигеҙендә төҙөлөргә тейеш. Ысынбарлыҡты боҙоп күрһәтеү кире һөҙөмтә бирә һәм ҙур зыян килтереүе мөмкин. Профессионализм һәм яуаплылыҡ – бына һәр профессиональ журналистың кредоһы, тип иҫәпләй Рәшиҙә Солтанова.