10 декабрь, Шәмбе

11 декабрь 2009 йыл, 11:54

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында Абдулҡадир Инандың тыуыуына 120 йыл тулыуына арналған конференция

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы административ үҙәге — Ҡоншаҡ ауылында билдәле ғалим-төркиәтсе Абдулҡадир Инандың (1889-1976) тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған конференция асыла.

Уны Ҡоншаҡ районы хакимиәте, «ФАТИХА» Силәбе ҡала ижтимағи ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте, Ҡоншаҡ һәм  Сосновка райондарының Башҡорттар ҡоролтайҙары ойоштора.

Конференцияла ғалим-төркиәтселәр, уҡытыусылар, китапхана, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнаша. Башҡортостандан был конференцияға Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары – тарих фәндәре кандидаты Радик Баһауетдинов һәм филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Ибраһимов килде. Иртәгә, 12 декабрҙә, конференция Силәбелә дауам итәсәк.

Фәтхелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов (Абдулҡадир Инан) 1889 йылдың 12 декабрендә Шығай ауылында (хәҙер был Ҡоншаҡ районының Һары Күлмәк ауылы) тыуған.  Абдулҡадир Инан – ғалим-төркиәтсе, яҙыусы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. "Рәсүлиә" мәҙрәсәһен тамамлаған. 1918 йылда "Башҡорт" гәзите мөхәррире була, 1920 йылдың апреленән – Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссариаты Советының 1920 йылдың 19 майындағы “Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”ғы ҡарарына протест белдереү йөҙөнән үҙ вазифаһын ҡалдырап, Урта Азияға, һуңынан сит илгә сығып китә. 1925 йылдан Төркиәлә йәшәй. Тюркология институтында, 1933 – 44 йылдарҙа – Төркиә лингвистика йәмғиәтендә, 1955-61 йылдарҙа – Анкара университетында, 1964-71 йылдарҙа Төрөк мәҙәниәте институтында эшләй.

Абдулҡадир Инан үҙенең "Башҡорт моңо", "Аҡшан-батыр", "Моңло төн" тигән әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының героик үткәненә дан йырлай. "Салауат батыр" тарихи драмаһы Башҡорт драма театры репертуарына ингән. Уның фәнни тикшеренеүҙәре төрки халыҡтарҙың тарихына, этнологияһына һәм тел ғилеменә, ислам диненә тиклемге инаныу проблемаларына һәм Урал-Волга буйында һәм Себерҙә ислам динен таратыуға арналған. Ул 300-гә яҡын ғилми эштәр авторы.