9 декабрь, Йома

11 декабрь 2009 йыл, 10:09

Кадрҙар менән эшләү – туризм тармағын үҫтереүҙә тағы бер аспект

автор: Дмитрий Слезин

Иҡтисадтың яңы тармағы булараҡ туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустияһын ойоштороу бик күп төрлө кимәлдәге белгестәрҙән – официант, ҡунаҡхана хеҙмәтселәре, оҙатыусы кеүек эшсе һөнәрҙәренән алып ҡунаҡхана селтәрҙәре менән идара итеүселәргә һәм ҙур туроператорҙар топ-менеджерҙарына тиклем – етди әҙерлек талап итә. Был турала «Эске туризм өлкәһендә инновациялар» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе сиктәрендә пленар ултырышта БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин телгә алды.

— Бөгөнгө көнгә тармаҡ персоналының күп өлөшө махсус профессиональ белемгә эйә түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Павлович. — Республикала булған уҡыу йорттары, беренсе сиратта, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникациялар институты, бөтә талап ителгән белгеслектәр буйынса кадрҙар әҙерләү өсөн кәрәкле ресурстарға эйә. Бының өсөн шулай уҡ тренинг предприятиелары – туризм фирмаһы, ҡунаҡхана, ресторандар — файҙаланыла. Бәләкәй студенттар предприятиелары ойоштороу буйынса эш алып барыла, БР Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тармаҡ институттары ҡатнашлығында «Туризмда инновациялар» база кафедраһын булдырырға планлаштырыла.

Бынан тыш, Өҫтәмә белем биреү үҙәге эшләй, ул туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүгә һәм ҡайтанан әҙерләүгә булышлыҡ итә.

Әммә был эш тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә тейеш — туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә Кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү институты булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй Никерин.

темалар: туризм