7 декабрь, Шаршамбы

10 декабрь 2009 йыл, 16:37

Башҡортостанда капиталь ремонт программаһына ингән бөтә йорттар ремонтланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

2009 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаһы буйынса Башкортостанда 539 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәрергә тейештәр ине. Бөгөнгө көнгә уларҙың барыһы ла ремонтланды һәм йорттарҙы файҙаланыуға ҡабул итеү тураһында акттарға ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

— Быйыл торлаҡ фондын капиталь ремонтлау программаһында 21 муниципаль район һәм ҡала округы ҡатнашты, — тип һөйләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Вадим Аҙнасурин. – Федераль закондарға ярашлы, 2008-2009 йылдарҙа раҫланған заявкалар буйынса күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса бөтә эштәр яңы йылға тиклем тамамланырға тейеш.

Был программаны тормошҡа ашырыуға 2009 йылда Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарынан 3,8 миллиард һум аҡса алды. 2008 йылда капремонт программаһы буйынса төбәктә 211 күп фатирлы йорт ремонтланды. Нигеҙҙә, комплекслы ремонт үткәрелде. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы буйынса ике йылда республиканың бөтәһе 162047 кешеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2008-2009 йылдарҙа күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы буйынса Рәсәйҙә бөтәһе 70311 күп фатирлы йорт ремонтланды.