Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

“Мәғарифта ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” халыҡ-ара конференцияһы асылды

Сәйәсәт

Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында “Мәғарифта  ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” Икенсе халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Конференцияға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Германиянан һәм Һиндостандан ғалимдар һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре йыйылды.

Был  сараның ойоштороусылары булып  БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (БДПУ), Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты тора.

— Быйылғы конференцияны үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы, — тине тәбрикләү һүҙендә БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков. – Республикабыҙ баш ҡалаһы – Өфө XVIII быуаттан башлап рәсми рәүештә Рәсәй империяһының мосолман баш ҡалаһы тип танылды, һәм хәҙерге Рәсәйҙә лә шулай булып ҡала. Иғлан ителгән тема ла бик актуаль. Рәсәй Федерацияһы – Ислам донъяһы периферияһы түгел, ә уның айырылғыһыҙ өлөшө, миллионлаған мосолмандар йәшәгән ил булыуын күптән аңларға ваҡыт.

— Ил һәм республика етәкселеге бөгөн дини мәғариф системаһын үҫтереүҙең мөһимлеген аңлай, — тине М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. – Ул үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә туранан-тура йоғонто яһай.  

— Бөгөнгө конференцияла күтәрелгән тема хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяла бик актуаль,  — тип иҫәпләй БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфти Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин. – Беҙгә һуңғы ваҡытта илебеҙҙә ислам мәғарифын үҫтереү өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүен күҙәтеү бик тә ҡыуаныслы. Башҡортостанда һәм тотош Рәсәйҙә ислам мәғарифының яңы программалары эшкәртелә, мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты эшләп килә, ә беҙҙең Диниә назараты үҙ сиратында был йүнәлештә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда мосолман мәғарифын тергеҙеү һәм башҡа конфессиялар вәкилдәренең рухи мираҫын яҡлау өсөн бик күп эшләнә. Мәҫәлән, бөгөн республикала 900-ләп мәсет, 200 сиркәү һәм башҡа конфессияларҙың 20-нән артыҡ ғибәҙәт йорто иҫәпләнә, ете дини үҙәк, 1360-тан ашыу төрлө дини берекмәләр эшләй. Был республикала йәшәүселәрҙең һәр береһе иркен үҙ динен тота алыуы хаҡында һөйләй.

— Һуңғы тиҫтә йылдар  дауамында республикала тотороҡло дини хәл һаҡлана, — тип иҫәпләй Вячеслав Пятков. — Халыҡтарыбыҙ милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡта йәшәй, ә ул йәмғиәтебеҙҙең һәм дәүләттең имен үҫеш нигеҙе булып тора.

Конференцияның эше өс көн дауам итәсәк. Уның сиктәрендә секция эше, шулай уҡ “Мәктәптә рухи мәҙәнилек нигеҙҙәре” һәм “Киң мәғлүмәт саралары һәм заманса ислам мәғарифы системаһы” темаларына түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть