4 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2009 йыл, 13:21

Мәктәп өсөн рәхмәт!

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменә Бишбүләк районының Айыт ауылы халҡынан рәхмәт хаты килде.

"Хөрмәтле   Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Һеҙгә тәрән һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре менән Бишбүләк районының Айыт ауылы халҡы мөрәжәғәт итә. Быйылғы йыл ауылыбыҙ тарихына сағыу, онотолғоһоҙ бит булып инәсәк. Фатих Кәримдең 100 йыллығына ҡарата капиталь ремонттан һуң шағир-патриот исемен йөрөтөүсе мәктәп танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Йылдар үтеү менән иҫкереп туҙған бина бер нисә ай эсендә генә ошондай заманса, бай, күркәм төҫ алыр, тип кем уйлаған!

Бөгөн яңыртылған мәктәптә бөтә нәмә шатландыра: йылытылған һәм тыштан сифатлы материалдар менән көпләнгән стеналар, капиталь ремонтланған түбә ябыуы, ҡояш нурҙарына ялтлап торған пластик тәҙрәләр, кафель плитка түшәлгән иҙәндәр, асыҡ төҫкә буялған коридорҙар һәм кластар, яҡты ашхана һәм иркен спортзал. Быларҙың барыһына ла тиҫтәләгән, йөҙләгән кешеләрҙең күңел йылыһы һалынған. Капиталь ремонттан һуң мәктәпте асыу байрамында сығыш яһаусыларҙың барыһы ла, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Һеҙгә, республика Хөкүмәтенә ауыл эшсәндәре, үҫеп килеүсе быуын, ауыл уҡытыусылары хаҡында ҙур хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе.

Быйыл көҙ Фатих Кәрим исемендәге мәктәп шағир-патриоттың 100 йыллығына арналған тантаналарға Башҡортостандан, Татарстандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән бик күп ҡунаҡтар – танылған прозаиктар һәм яҙыусыларҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен ҡабул итте. Ҡунаҡтар балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең ниндәй матур шарттарҙа уҡыуын һоҡланып билдәләнеләр. Уларҙың сифатлы белем алыу, үҙ һәләттәрен үҫтереү, спорт һәм ижад менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәре булыуы беҙҙе шатландыра.

Хәҙерге ваҡытта Айыт мәктәбендә 210 уҡыусы белем ала. “Мәғариф” милли проекты буйынса алынған автобуста көн һайын Кәрим, Алексеевка, Мулланур-Вахитов, Туҡай ауылдарынан балаларҙы дәрестәргә йөрөтәләр.

Яңы һәм капиталь ремонтланған мәктәптәр, дауаханалар һәм мәҙәниәт йорттары, торлаҡ һәм юлдар – ул республикабыҙҙың символы, аҡыллы, киләсәккә йүнәлтелгән социаль-иҡтисади сәйәсәт һөҙөмтәһе. Беҙ тотороҡло һәм сәскә атыусы республикала йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, ныҡлы һаулыҡ, тыуған Башҡортостаныбыҙ именлеге хаҡына эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Айыт ауылы халҡы исеменән Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Р.Ф. Ғимазетдинов», тиелә хатта.