Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә “Эске туризм өлкәһендә инновациялар” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе бара

Йәмғиәт

Өфөлә “Эске туризм өлкәһендә инновациялар”  Бөтә Рәсәй  кәңәшмәһе асылды.Уны ойоштороусылар — РФ спорт, туризм  һәм йәштәр сәйәсәте  министрлығы, Туризм буйынса федераль агентлыҡ, БР Хөкүмәте, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм  туризм министрлығы.  Кәңәшмәлә Татарстандан, Ставрополье крайынан, Нижегород, Вологда, Силәбе, Ульяновск, Төмән, Мәскәү, Тобольск Сыуаш Республикаһы,Татарстандан, Ставрополье крайынан, Нижегород, Ҡурған, Вологда, Силәбе, Ульяновск, Төмән, Мәскәү, Ярославль, Пенза, Һамар, Липецк өлкәләренән туризм өлкәһендә урындағы үҙидара һәм федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ эре туристик фирмалар етәкселәре ҡатнаша.   Тәүҙә ҡунаҡтар туристик индустрия күргәҙмәһе менән танышып сыҡты. Унда республиканың санатор- курорт учреждениелары, тау саңғыһы үҙәктәре, профилле вуздар, эске туризм буйынса махсуслашҡан туристик операторҙар, экскурсиялар бюроһы үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы.

Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы миҫалында туризмдың инновацион үҫеше тураһында Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис иниституты ректоры, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Александр Дегтярев һөйләп үтәсәк.

Кисен туристик индустрияның иң яҡшы вәкилдәрен бүләкләү ҡаралған.

Теги: Туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть