Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Абҙаҡта парашют-тау саңғыһы икеалышы буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк

Йәмғиәт

Ағымдағы йылдың 14 -18 декабрендә ”Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәге базаһында парашют- тау саңғыһы  икеалышы буйынса  (пара-ски) Рәсәй чемпионаты үтәсәк. “Башинформ” агентлығына чемпионаттың баш секретары, БР парашют спорты федерацияһы  рәйесе Ғәйрәт  Манаев хәбәр итеүенсә,  ярыштарҙа  Өфөнән халыҡ-ара спорт оҫталары – 2009 йылдың пара-ски буйынса донъя чемпионы Аяз Кәримов  һәм 2008 йылдың парашют классикаһы буйынса донъя чемпионы, 2009 йылдың пара-ски буйынса донъя чемпионы Алексей Буренин – ҡатнашасаҡ. 15 декабрҙә Рәсәйҙең иң көслө  спортсылары оло слаломда, ә 16-сы  һәм 17-се декабрҙә уларҙы  тау битенә парашют менән һикереүҙәр көтә. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн йыйылма команда ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть