Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Туристик ойошмалар вәкилдәре Измирға барасаҡ

Йәмғиәт

10-13 декабрҙә "Turkish Airlines" ("Төркиә авиалиниялары") авиакомпанияһы республиканың туристик ойошмалары өсөн Измирға таныштырыу туры ойоштора. Уның маҡсаты булып Төркиә менән Башҡортостан араһында сауҙа-иҡтисади һәм туризм бәйләнештәрен артабан тәрәнәйтеү тора.

Маршрут Истанбул аша үтәсәк, унда «Төркиә авиалиниялары» компанияһы самолеттары аҙнаһына өс тапҡыр оса. "Төркиә авиалиниялары" авиакомпанияһының Өфөләге вәкиллеге төбәк директоры Эркан Индже фекеренсә, был регуляр рейс Башҡортостан баш ҡалаһы менән донъяның иң боронғо һәм иң матур ҡалаларының береһе араһында бәйләүсе звеноға әйләнде.

Башҡортостандың туристик ойошмалары вәкилдәре дүрт көн буйына «Сәйәхәт: Төркиә, Измир» күргәҙмәһендә буласаҡ, Төркиә Республикаһының ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһының һәм уның тирә-яғының иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ, коллегалары менән эшлекле бәйләнештәр урынлаштырасаҡ.

Измирға 10 кешенән торған төркөм юлға сығасаҡ, улар араһында "Башинформ" агентлығы вәкиле лә бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть