Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

“Парашют темаһына иң яҡшы һүрәт” конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Йәмғиәт

Өфөлә  Космонавтар  көнөндә  БР парашют спорты федерацияһы тарафынан  иғлан  ителгән “Парашют темаһына иң яҡшы һүрәт”  конкурсы тамамланды. Парашют спортын популярләштереү һәм үҫтереү маҡсатында дүртенсе тапҡыр үткәрелгән конкурсҡа республика ҡалалары һәм райондарынан 226 йәш рәссамдың эше килде.

Федерация  рәйесе Ғәйрәт Манаев хәбәр итеүенсә, урындар түбәндәгесә тәғәйенләнде. Һигеҙ йәшкә тиклем балалар араһында хөрмәт пьедесталын тулыһынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Алина Тойғонова, Анастасия Солощенко һәм Ольга Муллағәлиева биләне. Туғыҙ йәштән ун ике йәшкәсә үҫмерҙәр араһында өсөнсө урынды Өфө ҡыҙы Ангелина Вовденко яуланы, ә икенсе һәм беренсе урындарҙа –  стәрлетамаҡлылар  Дмитрий Исачкин һәм Гор Алмоен. Ун өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге төркөмдә беренсе урын Влада Артемоваға(Стәрлетамаҡ)  бирелде, Алекасндр  Ғәбдуллин (Өфө) икенсе урында һәм беренсе урынды Өфөнән Гөлназ Солтанморатова яуланы.

Гран-при “Ояға килеп төштөм” һүрәте өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Екатерина Поповаға бирелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть