4 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2009 йыл, 10:12

Мортаза Рәхимов Австрияла һәм Германияла йөрөп ҡайтты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

7 — 9 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов республиканың рәсми делегацияһы етәксеһе сифатында эш сәфәре менән Австрияла һәм Германияла булды. Башҡортостандың рәсми делегацияһы составына БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Башҡортостан Республикаһының Австрия Республикаһындағы вәкиле Вадим Плетнев инде.

7 декабрҙә Венала Мортаза Рәхимов Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сәнәғәт үҫеше буйынса Генераль конференцияһының (ЮНИДО) 13-сө сессияһы эшендә ҡатнашты. Конференцияла ҡатнашыусылар — ойошма ағзалары булып тороусы 173 дәүләт вәкиле, шул иҫәптән сит ил эштәре министры урынбаҫары Александр Яковенко етәкселегендәге Рәсәй делегацияһы. Форумда финанс-иҡтисади көрсөк шарттарында халыҡ-ара хәл, үҫешеүсе илдәргә һөҙөмтәле ярҙам саралары тикшерелде. Рәсәй делегацияһы вәкилдәре Рәсәй территорияһында социаль-иҡтисади үҫеш программаһы сиктәрендә Ватандың сәнәғәт секторын нығытыуға, фән һәм инновацияларҙы үҫтереү стратегияһын үтәүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын ҡараны.

ЮНИДО конференцияһы эшендә ҡатнашҡандан һуң Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһының Австриялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Станислав Осадчий менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандың Австрия инвесторҙары менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү, берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу хаҡында һүҙ барҙы.

Венала республика Президенты шулай уҡ ЮНИДО-ның генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Пискунов һәм ЮНИДО-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса интеграцияланған программаһы координаторы Юрий Ахвледиани менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. ЮНИДО менән Рәсәй Федерацияһы хеҙмәттәшлеге программаһы сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ-ара ойошма менән үҙ-ара артабан эш итеүе мәсьәләһе ҡаралды. Атап әйткәндә, сәнәғәттә һәм экологияла энергияны һөҙөмтәле һәм һаҡсыл файҙаланыу технологияларын ҡулланыу мәсьәләләре күтәрелде.

8 декабрҙә Мортаза Рәхимов даими эшләүсе әҙер йыйылма йорттар күргәҙмәһендә булды. Венанан көньяҡтараҡ урынлашҡан Винер Нойдорфе ҡалаһындағы күргәҙмә үҙәгендә аҙ ҡатлы йорттар һалыуҙа ҡулланылған энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары буйынса төҙөлгән әҙер йорт экспонаттары ҡуйылған. Мортаза Рәхимов йорт моделдәрен ҡараны, архитектура һәм төҙөлөш технологиялары менән танышты. Республика башлығы фекеренсә, бындай күләмле күргәҙмәләрҙе Рәсәйҙә лә, айырыуса әлеге мәлдә, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө әүҙем үҫешкән саҡта ойошторорға кәрәк.

9 декабрҙә Австрияның Шремс ҡалаһында Мортаза Рәхимов “Эльк” (ELK) заводында булды. Предприятиела Башҡортостан Президентына коттедждар төҙөлөшө өсөн тиҙ арала күтәрелгән конструкциялар етештереү технологияларын күрһәттеләр. Белгестәр әйтеүенсә, бөтә эш заводтың үҙендә башҡарыла, һуңынан йорт заказсы теләге буйынса теләһә ниндәй ерҙә урынлаштырыла. Республика башлығы иғтибарына тулыһынса заводта әҙерләнгән каркас-ҡалҡан торлаҡ йорттар етештереү буйынса заманса производство линиялары тәҡдим ителде. Республика Президенты шулай уҡ төҙөлөш урынына автомобилдәрҙә ташылып, урында 5-7 көн эсендә йыйылған торлаҡ йорт өлгөләрен ҡараны.

Шул уҡ көндә Башҡортостан Президенты Германияның Лемферд ҡалаһында булды. Мортаза Рәхимов полиуретан системалар технологиялары һәм махсус эластомерҙар өлкәһендә лидер булып торған “Эластогран” (Elastogran) компанияһының етештереү майҙансыҡтарын ҡараны. Мебель сәнәғәте өсөн махсус пенополиуретан системалар эшләү фирманың төп бурыстарының береһе булып тора.

“Elastogran” бүлексәләре селтәре Германиялағы төп офисты, шулай уҡ Франциялағы, Бөйөк Британиялағы, Италиялағы, Рәсәйҙәге, Швециялағы, Испаниялағы, Көньяҡ Африкалағы, Төркиә һәм Венгриялағы туғыҙ предприятиены үҙ эсенә ала. Компанияла булғанда Башҡортостандың рәсми делегацияһын стена конструкцияларын төҙөгәндә файҙаланылған технологиялар менән таныштырҙылар.

Республика Президенты завод етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Компания продукцияһын һәм технологияларын республиканың төҙөлөш комплексында, атап әйткәндә, аҙ ҡатлы йорттар күтәргәндә ҡулланыу мөмкинлеге ҡаралды.

Австрияға һәм Германияға эш сәфәре йомғаҡтарын Мортаза Рәхимов ыңғай баһаланы.

— Төҙөлөш, төҙөлөш материалдары етештереү өлкәһендә сит ил тәжрибәһен туранан-тура өйрәнеү сәфәребеҙҙең маҡсаты булып торҙо, сөнки торлаҡ төҙөү Башҡортостандың социаль-иҡтисади сәйәсәтенең стратегик өҫтөнлөгө һанала. Беҙгә Европа илдәренең тәжрибәһен өйрәнергә, республикабыҙҙың төҙөлөш комплексына заманса технологияларҙы киңерәк һәм әүҙемерәк индерергә кәрәк, — тине Мортаза Рәхимов.