6 декабрь, Шишәмбе

09 декабрь 2009 йыл, 17:31

Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙеләр

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды президенты Александр Крутовтан хат килде. Ул Сергей Тимофеевич һәм Иван Сергеевич Аксаковтарҙың тыуған яғы – Башҡортостанда ун туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара Аксаков байрамын ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерә.

«Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Германиянан, Болгариянан, Белоруссиянан байрамға килгән күп һанлы ҡунаҡтарҙа Аксаков студенттар балы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бөйөк рус яҙыусыһы иҫтәлегенә арналған байрамда Башҡортостандың шул тиклем уҡыусы һәм студент йәштәре ҡатнашыуы үтә лә ҡыуаныслы, был Рәсәйҙең киләсәгенә ышаныс уята.

Күп йылдар Һеҙҙе талантлы сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп белгәнгә күрә, күптән инде Рәсәй сиктәрен аша атлаған, халыҡ-ара мәҙәни генә түгел, хатта иҡтисади бәйләнештәр ҙә ҡуҙғатылған был байрам Һеҙҙең шәхси ярҙамдан тыш был тиклем киң күләмле була алмаҫ ине, тип әйтә алам.

Халыҡ-ара Аксаков байрамына һәр яҡлап ярҙам иткәнегеҙ һәм Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды программаларының береһе – Аксаков урындарын төҙөкләндергәнегеҙ өсөн Һеҙгә ихлас рәхмәтемде белдерергә рөхсәт итегеҙ», — тиелә  Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды президенты Александр Крутовтың хатында.