Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә “Мәғарифта ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” халыҡ–ара конференцияһы уҙасаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә 10-11 декабрҙә  “Мәғарифта  ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” халыҡ–ара конференцияһы уҙасаҡ. Был  сараның ойоштороусылары булып  БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (БДПУ), Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты тора.

Конференцияла Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфти Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфти Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, мәҙрәсәләр етәкселәре, ғалимдар һәм  илебеҙҙең  төрлө төбәктәренең ,Үзбәкстан, Төркиә, Германия һәм Һиндостандың мосолман руханиҙары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Конференция сиктәрендә “Мәктәптә рухи мәҙәнилек нигеҙҙәре” һәм “Киң мәғлүмәт саралары һәм заманса ислам мәғарифы системаһы” темаларына “түңәрәк өҫтәлдәр” үткәреләсәк.

Конференция 10 декабрь 10 сәғәттә Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында тантаналы асыласаҡ.

Теги: Дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть