Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө ҡала Советы депутаттары 2010 йылға бюджет ҡабул итәсәк

Сәйәсәт

Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының кесе йома үткәреләсәк XXI ултырышында депутаттар «Өфөнөң 2010 йылға бюджеты тураһында» база документын ҡабул итергә планлаштыра.

Ҡала Советының матбуғат секретары Галина Феоктистова хәбәр итеүенсә, дөйөм алғанда, көн тәртибенә ҡаланың йәшәйешен көйләү менән бәйле 30-ға яҡын мәсьәлә сығарыласаҡ.

Мәҫәлән, ғәмәлдәге норматив акттарҙың айырым пункттары төҙәтеләсәк. Үҙгәрештәр, атап әйткәндә, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау Программаһына, ҡаланың 2009 йылда БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп йүнәлештәрен һәм положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса Комплекслы саралар программаһына ҡағыласаҡ.

Шулай уҡ депутаттар Өфөнөң Орджоникидзе, Ленин һәм Октябрь райондарында бер нисә биләмәне межалау һәм планлаштырыу проекттары буйынса тыңлауҙар үткәреү датаһын ҡарарға һәм раҫларға йыйына. Бынан тыш, байтаҡ мәсьәләләр айырым ойошмалар өсөн биналарҙы ҡуртымға алыу шарттарына арналасаҡ.

Ултырыш ҡала хакимиәте бинаһында сәғәт 10-да башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть