4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2009 йыл, 16:00

Профсоюздар көрсөккә ҡаршы ҡорал эҙләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Кесе йома көндө Профсоюздар йортонда үтәсәк БР Профсоюздар федерацияһы Советының VIII пленумында иҡтисади көрсөк шарттарында хеҙмәткәрҙәрҙең социаль-хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау ысулдарын эҙләү төп тема булып торасаҡ.

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пленумда Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина, республиканың профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, предприятиеларҙың профком рәйестәре ҡатнашасаҡ.

Пленумда республикалағы ағымдағы социаль-иҡтисади хәл һәм БР Профсоюздар федерацияһының Йәштәр сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу тикшереләсәк.

Пленум сәғәт 11-ҙә башлана.

темалар: профсоюздар