3 декабрь, Шәмбе

09 декабрь 2009 йыл, 12:45

Сибайҙа Урал аръяғының социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен тикшерәләр

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн Сибайҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә үткән республика кәңәшмәһендә Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгенең социаль-иҡтисади үҫеше төп тема булды.

Һөйләшеүҙә ҡайһы бер министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, урындағы хакимиәт башлыҡтары, предприятиелар директорҙары ҡатнаша.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Урал аръяғының реаль иҡтисад секторы эше, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр менән эшләү тураһында һөйләшә. Шулай уҡ янғын именлеген тәьмин итеү ҙә ситтә ҡалманы.

Республика территорияһының өстән бер өлөшөн биләгән Урал аръяғының иҡтисади зонаһына туғыҙ район һәм бер ҡала округы инә. Бында төбәк халҡының 12 проценты йәшәй.

Башҡортостан буйынса тейәп оҙатылған продукцияның дөйөм күләмендә Урал аръяғы өлөшө 4,7 процент тәшкил итә. Сафҡа индерелгән торлаҡ өлөшө — дөйөм республика күләменең 9,3 проценты. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһы өлөшө — 11,8 процент.