4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2009 йыл, 12:10

Хөкүмәт инвестицион проекттарҙы яҡлауын дауам итә

автор: Эльвира Латипова

Киләһе йыл республика Хөкүмәте, иҡтисадта донъя финанс көрсөгө тыуҙырған кире тенденцияларға ҡарамаҫтан, ҙур инвестицион проекттарҙы яҡлауын дауам итәсәк. Ярашлы сығымдар 2010 йыл бюджетына индерелде.

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә билдәләнгән инвестицион проекттар портфелен тормошҡа ашырыу өсөн талап ителгән инвестицион ресурстарҙың дөйөм күләме —150 миллиард һумға яҡын.

Проекттарҙың бер өлөшө сит ил инвесторҙары ҡатнашлығында тормошҡа ашырыласаҡ. Былар, атап әйткәндә, «Сен-Гобен» француз фирмаһы менән берлектә төҙөлөш материалдары етештереүҙе ойоштороу, Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы менән керамик плитка производствоһының икенсе сиратын төҙөү, төрөк эшҡыуарҙары ҡатнашлығында быяла һауыттар производствоһын киңәйтеү һәм башҡалар.

Машиналар эшләүҙә проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ күләмдә финанс ресурстары “ҡаралған”. 14 ҙур инвестицион проект ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.