Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Фармпредприятиеға 40 мең һум күләмендә штраф һалынды

Йәмғиәт

Өфөнөң Дим районы прокуратураһы эшмәкәрлектең айырым төрҙәрен лицензиялау һәм дарыуҙар тураһында ҡануниәт талаптарын боҙған өсөн “Башҡортостан үләндәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 40 мең һум күләмендә штраф һалды.

БР прокурорының өлкән ярҙамсыһы Лариса Кучина хәбәр итеүенсә, күҙәтеү ведомствоһы тикшереү үткәргәндә фармацевттың «Пиридоксин» дарыу препаратын рецептһыҙ һатыу фактын асыҡланы. Был дарыу рецептһыҙ ебәрелгән дарыуҙар исемлегенә инмәй, тип өҫтәне ул.

Район прокуратураһы фармацевтика эшмәкәрлеген лицензиялау тураһында закондарҙы тейешенсә үтәмәү факты буйынса административ яуаплылылыҡҡа тарттырыу тураһында БР Арбитраж судына ғариза ебәрҙе. Ғариза суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелде.

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген махсус рөхсәт (лицензия) менән ҡаралған шарттарҙы тупаҫ боҙоп алып барған өсөн “Башҡортостан үләндәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 40 мең һум күләмендә штраф һалынды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть