Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

“Китап” нәшриәте “Мосолмандар донъяһы – 2009” форумында билдәләнде

Йәмғиәт

Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Пермь ҡалаһында үткән “Мосолмандар донъяһы – 2009” төбәк-ара форумында ҡатнашты.

Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең  төрлө китап продукцияһын  алып барып, эстәлекле күргәҙмә ойошторҙо. Форумда ҡатнашыусылар мосолман  календарҙарын, изге  Ҡөрьән китабын, дини йөкмәткеле башҡа баҫмаларҙы, шулай уҡ тарихи–этнографик китаптарҙы  һәм матур биҙәлешле фотоальбомдарҙы ҡарап сығыуҙан тыш, уларҙы һатып  алыу мөмкинселегенә лә эйә булды. Мәҫәлән,  улар араһында уҡыусыларҙың ҙур һорауы менән ҡулланған “Башҡорт аш-һыуы”, “Рудольф Нуриев”, “Палеолит хазинаһы” (Шүлгән-Таш мәмерйәһе тураһында) китаптары булды.

Күргәҙмәлә әүҙем ҡатнашҡаны, Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер иткәне һәм төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә һәм халыҡтың традицияларын һәм йолаларын  һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индергәне өсөн “Китап” нәшриәте Пермь крайы мосолмандарының  Диниә назараты грамотаһы һәм дипломы менән бүләкләнде.

Форум сиктәрендә дискуссиялар,  “түңәрәк өҫтәлдәр”, Ҡөрьән баҫмалары һәм башҡа дини әҙәбиәт күргәҙмәләре ойошторолдо.

Теги: Форумдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть