Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.55 ↑

EUR 63.61 ↓

24 май, Шаршамбы

Уфа   °

2010 йылға федераль финанс ярҙамы күләме –10,6 миллиард һум самаһы

Иҡтисад

Башҡортостанға 2010 йылда биреләсәк федераль финанс ярҙамы күләме 10 миллиард 576 миллион һум тәшкил итәсәк.

БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда,  республика Хөкүмәте йыл барышында ҡушма финанслау шарттарында программаларҙа ҡатнашыу иҫәбенә ҙурыраҡ күләмдә федераль аҡсалар йәлеп итеүгә иҫәп тота.

— Мәҫәлән, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды программаһы өҫтәмә средстволар йәлеп итеү мөмкинлеге бирә, — ти Финанс министрлығы башлығы. – Был программа буйынса беҙ быйыл алда киләбеҙ һәм киләһе йылға яҡшы нигеҙ булдырғанбыҙ. «Росатом» дәүләт корпорацияһы, нанотехнологияларҙы үҫтереү программаһы һәм башҡа ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса средстволар йәлеп итеү мөмкинлектәре бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть