7 декабрь, Шаршамбы

09 декабрь 2009 йыл, 10:10

Транспорт һалымы арттырылмаясаҡ

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостанда транспорт һалымы арттырылмаясаҡ.

—2010 йыл бюджетын төҙөгәндә беҙ эшҡыуарҙар секторына ла, хужалыҡ субъекттарына ла, физик шәхестәргә лә һалым йөкләмәһен арттырыу мөмкинлеген күрмәнек, — ти БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров. – Илдә транспорт һалымы айҡанлы бәхәсле дискуссия барҙы, уйын ҡағиҙәләре бер-бер артлы үҙгәртелде. Был беҙҙә, иҡтисад өсөн дә, ябай кешеләр өсөн дә көсөргәнешле осорҙа һалым һалыу ставкаһын һәм тәртибен үҙгәртергә ярамай, тигән ышанысты нығытты.