4 декабрь, Йәкшәмбе

09 декабрь 2009 йыл, 9:59

“Ҡиммәттәр системаһы” киң мәғлүмәт саралары фестивале үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

10 декабрҙән 12-һенә тиклем Өфөлә «Ҡиммәттәр системаһы» II киң мәғлүмәт саралары фестивале үтәсәк. Уны РФ Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ ярҙамында «МедиаСоюз» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм РФ Йәмәғәт палатаһы үткәрә. Үткәреү урыны — «Аҡбуҙат» ипподромы манежы.

Был форумдың төп бурысы — журналистар һәм медиабаҙар профессионалдарының диалогын тәьмин итеү, ватан журналистикаһының кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү, авторҙарҙы хәҙерге замандың мөһим проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеү. Тап киң мәғлүмәт саралары граждандарыбыҙҙың донъяға ҡарашын һәм йәшәү позицияларын формалаштыра, улар алдына әхлаҡи йүнәлештәр ҡуя бит.

2008 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән беренсе фестиваль бындай сараларҙың зарурлығын күрһәтте һәм ҙур ижтимағи резонанс тыуҙырҙы. Быйылғы фестивалдә лә, элеккеһендәге кеүек, кәмендә йөҙ кеше ҡатнашасаҡ. 10 декабрҙә ҡунаҡтар килә башлаясаҡ.

Быйыл фестивалдә ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, рухи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк. Программала — пленар өлөштө үткәреү һәм секциялар буйынса эш. «Телевидение», «Радио», «Матбуғат һәм интернет киң мәғлүмәт саралары» секциялары ойоштороласаҡ. Һуңынан ике түңәрәк өҫтәл үткәреләсәк: хоҡуҡ мәсьәләләре һәм «Дин һәм киң мәғлүмәт саралары» темаһы буйынса. Сара «Киң мәғлүмәт саралары яҡтыртыуында мәңгелек ҡиммәттәр» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланасаҡ.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса медиаберләшмә өсөн эксперттар рекомендациялары ҡабул ителәсәк.