9 декабрь, Йома

09 декабрь 2009 йыл, 9:35

Башҡортостан илебеҙҙең эске туризм картаһында әлегә билдәле урын түгел

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда  9-12 декабрь “Эске туризм өлкәһендә инновациялар”  Бөтә Рәсәй  кәңәшмәһе үтәсәк.

Был мөһиим сара алдынан “Башинформ” агентлығында БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм  туризм министры Александр Никерин, Рәсәй туризмы  туристик дәүләт проекттары һәм эске туризм үҫеше идаралығы начальнигы Александр Сирченко һәм  туристик һәм ҡунаҡханалар эшмәкәрлеген ойоштороу һәм анализлау идаралығы начальнигы Андрей Тютюнин ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы булып уҙҙы.

Журналистар менән осрашыуҙа  ҡунаҡтар илебеҙҙә эске туризмды үҫтереү һәм ошоға бәйле мәсьәләләр тураһында һөйләне. Мәҫәлән, республикала  туризмдың әкрен үҫеше  киң мәғлүмәт сараларында  туристик маршруттарҙың төрлөлөгө һәм тәҡдимдәр бөтәнләй тиерлек  яҡтыртылмауы менән дә аңлатыла. Бынан тыш, тейешле финанслау булмау, ә был иһә теге йәки был проектты инвестициялауға бәйле. Бөтә урындарҙа ла үҫешкән инфраструктура булмауы ҡамасаулай һәм эске туризм тармағында  кадрҙарға ҡытлыҡ кисереү – ҙур мәсьәлә булып тора.

Кәңәшмәнең  тап беҙҙең республикала үткәрелеүе бер ҙә  осраҡлы түгел. Сөнки уның туризм өсөн ылыҡтырғыс төбәк булыуын беҙ үҙебеҙҙең йәшереп килдек, хәҙер беҙҙең бурыс –  төбәккә туристарҙы йәлеп итеү.

Александр Никерин  матбуғат конференцияһында ҡатнашыусыларҙы кәңәшмә программаһы менән таныштырып сыҡты. Уға ярашлы 9 декабрь кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн  физик культура һәм спорт обьекттарында булыу мөмкинлеге менән  Өфө буйлап экскурсия ойоштороласаҡ. 10 декабрь Конгресс- холл бинаһында кәңәшмә уҙғарыласаҡ. Кәңәшмәнең икенсе көнө Ғафури районында үтәсәк. “Красноусольский” шифаханаһында күсмә секциялар эшләйәсәк. Уларҙың берәүһе эске туризм мәсьәләләренә  арнала. Икенсеһе – туристик-спорт секцияһы, ул Ташаҫты ауылында, билдәле Уҡлыҡая эргәһендә үткәреләсәк.

Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Республикаһының географик үҙәгенә – Ғафури районының Ерек ауылына – барыу  ҡаралған.

темалар: Туризм