3 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 18:03

Республикала прививкалар яһау кампанияһы башланды

автор: БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте

Бөгөндән башлап республика халҡы  A/H1N1 вирусына ҡаршы прививка  яһата ала. Ул, беренсе сиратта,   медицина һәм социаль тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә, 18 йәштән олораҡ студенттарға  эшләнәсәк. Прививка яһатырға теләүселәр  йәшәгән урындары буйынса дауаханаларға  мөрәжәғәт итә ала.

Бөгөн республикала  сусҡа киҙеүе  буйынса хәл тотороҡланды. Киҙеү  буйынса һуңғы кәңәшмәнән һуң  үткән  ике аҙна эсендә  бер  үлем осрағы ла теркәлмәне.

БР Хөкүмәте тарафынан августта 10 миллион һумлыҡ  ошо мәкерле вирусҡа ҡаршы препараттар һатып алырға ҡарар ителде. Октябрь аҙағында, хәл ҡатмарлаша башлағас, республика хөкүмәте өҫтәмә рәүештә 32 миллион һум бүлде: 10 миллион һумы дарыуҙар һәм 22 миллионы – үпкәләрҙә яһалма һауа алмаштырыу аппараттары һатып алыу өсөн.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, республикала  миҙгел киҙеүенән 1,1 миллион кешегә прививка яһалды, был иһә  ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймауға булышлыҡ итте –Өфөлә ауырыуҙар һаны эпидемик сиктән түбәнерәк.

Прививкаларҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында  медицина хеҙмәткәрҙәренә ентекле аналитик эш алып барырға,  контактлы ауырыуҙар  менән шөғөлләнергә һәм ауырлы ҡатындарға айырыуса иғтибар бүлергә күрһәтелгән.

Белгестәр билдәләүенсә, әле прививкалар яһалған “пандефлю”  иммунобиологик саралар араһында иң сифатлы, тәьҫирле препараттарҙың береһе  һәм  РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән.