11 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 17:48

Милиция наркотиктарға ҡаршы

автор: БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте

Бөгөн, 8 декабрҙә, республика Эске эштәр министрлығында криминаль милицияның наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш буйынса оператив-эҙләү часының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләнеләр. Эске эштәр органдары структураһында наркотиктар янауына ҡаршы тороу буйынса подразделение тәүге тапҡыр 1991 йылдың декабрендә ойошторола. Был йылдар эсендә хеҙмәт эшмәкәрлегендә өлгәшелгән һөҙөмтәләр күп тапҡырҙар уның ысынлап та кәрәкле булыуын иҫбатланы.

Наградалар тапшырыр алдынан республиканың эске эштәр министры Игорь Алёшин, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше – ул дәүләт проблемаһына әйләнгән хәүефле енәйәт төрҙәренең береһе, тип билдәләне. 2009 йылдың 11 айында Башҡортостан Эске эштәр министрлығы тарафынан 3200-ҙән ашыу енәйәт асыҡланған.

Айырыуса фиҙакәр эшләүсе милиция хеҙмәткәрҙәренә Эске эштәр министрлығының Хөрмәт грамоталары тапшырылды. Улар араһында – подполковник Руслан Семенов, майор Ирек Рамазанов, капитан Рөстәм Әсхәҙуллин. Капитандар Илгиз Әмиров менән Илгиз Байсуринға «БР буйынса Эске эштәр министрлығына 90 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалдары тапшырылды. Ә «Криминаль милицияның иң яҡшы хеҙмәткәре» билдәһе менән майор Николай Московкин наградланды.