Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Бюджет-2010 социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен тәьмин итәсәк

Иҡтисад

2010 йыл бюджеты параметрҙары республиканың бөтә социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәүен тәьмин итергә тейеш — БР Президенты Мортаза Рәхимов республика Хөкүмәте алдына ошондай бурыс ҡуйҙы. Ул үтәләсәк, ти тулы ышаныс менән БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, БР финанс министры Айрат Ғәскәров.

— БР бюджеты тураһында Законды беренсе уҡыуға әҙерлек барышында беҙ «оператив минимум» булдырыу өсөн финанслау сығанаҡтары эҙләнек, — ти Финанс министрлығы башлығы. – Икенсе уҡыуға әҙерләнгәндә төп эш бюджеттың инвестицион өлөшөн төҙәтеүгә ҡайтып ҡалды.

Бюджет-2010 параметрҙары 63 үҙенән аҫтағы – район һәм ҡала – бюджеттарға финанс ярҙамын тулы күләмдә тәьмин итәсәк, һәм тегеләре, үҙ сиратында, муниципаль йөкләмәләрен тулыһынса башҡарып сыға аласаҡ.

Рәсәй иҡтисады өсөн ғәҙәттә “ауыр” ғинуар беҙҙең финанс министрын борсоуға һалмай.

— Беҙҙә 1 ғинуарға ҡалған сумма 2010 йылдың башланғыс стадияһына оптимизм менән ҡарарға мөмкинлек бирә, — ти Айрат Ғәскәров. – Беҙҙә йылдың ярайһы уҡ көсөргәнешле осорон тыныс үткәрергә мөмкинлектәр ҙә, резервтар ҙа бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть