8 декабрь, Кесе йома

08 декабрь 2009 йыл, 16:45

Көрсөк һәм эпидемияларҙан “Вирусҡа ҡаршы маркетинг” ҡотҡара

автор: Юлай Мәғсүмов

Ҡазанда “Евразия  мультимедиа журналистикаһы” халыҡ-ара конференция тамамланды.

Рәсәйҙә ғилми конференциялар үҙ өлкәләрендә  үҫеш йүнәлештәре  сығанағы булып тора. “Евразия -2009-ҙың  мультимедиа журналистикаһы” был йәһәттән  иҫкәрмә түгел. Конференция Ҡазанда өсөнсө тапҡыр үткәрелде һәм унда  стратегик  PR, спорт маркетингы,  Көнсығыш һәм Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары үҫешенең инновацион форматтағы медиапроекттарға  төп баҫым яһалды.

Һөҙөмтәлә Башҡортостандың  үҙ  территорияһының мөмкинлектәрен комплекслы файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе профессиональ туристик порталын ойоштороу этабында булыуы, Татарстандың  2013 йылда үтәсәк Универсиаданы үткәреүгә әҙерләнеүе, ә Һамар ҡалаһының  медиапроекттарҙа мультимедиа технологияларын индереүе  асыҡланды.

Быйыл Рәсәй һәм Волга буйының әйҙәүсе  киң мәғлүмәт саралары – “Башинформ”, “Татар–информ” мәғлүмәт агентлыҡтары, “Һамар бөгөн” порталы, “Профессионалдар.ру” социаль селтәре, “МедиАрт.ру” белем базаһы – конференцияны үткәреүҙә ярҙам иттеләр.

Конференцияла ҡатнашыусылар Волга буйы журналист оҫталығы мәктәбендә электрон хөкүмәтте проектлау, спорт маркетингының төбәк үҙенсәлектәре һәм медиапроект ижадында креатив менән идара итеү темалары буйынса үҫ белемдәрен камиллаштырҙы.  

темалар: Матбуғат