Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй спорт ҡоролмалары ассоциацияһының отчет-һайлау конференцияһы үткәрелә

Йәмғиәт

11 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй спорт ҡоролмалары ассоциацияһының сираттан тыш отчет-һайлау конференцияһы үткәреләсәк. Конференция үткәреү тураһында ҡарар Ассоциация президиумының октябрь айындағы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса ҡабул ителгән.

Конференция Рәсәй Федерацияһының 46 субъектынан (шул иҫәптән Башҡортостандан да) делегаттарҙы – спорт объекттары етәкселәрен һәм башҡарма власть органдарының физик культура һәм спорт өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәрен – берләштерәсәк. Отчет-һайлау конференцияһында төбәк бүлексәләре вәкилдәренең ҡатнашыуы Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәре араһында эшмәкәрлекте яраштырыуға һәм тәжрибә уртаҡлашыуға  булышлыҡ итергә тейеш.

Конференция сиктәрендә Рәсәй спорт ҡоролмалары ассоциацияһы партнерҙарының мастер-кластары үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть