10 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 15:17

Глеб Голубевтың баҫма графикаһы күргәҙмәһе

автор: Лиә Нәғимова | фото: Олег Яровиков | фото: Олег Яровиков

БР Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залында Өфөнөң билдәле рәссам-графигы, 2-се Балалар художество мәктәбе директоры Глеб Голубевтың 50 йәшенә арналған шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың баҫма графика техникаһында яһаған эштәре инде.

Глеб Голубев – атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм БР Рәссамдар союзы ағзаһы. 2000 йылдан ул Өфөнөң 2-се Балалар художество мәктәбенә етәкселек итә, ә һынлы сәнғәт, рәсем һәм композициянан бында 1982 йылдан алып уҡыта. Ҡасандыр ул үҙе лә ошо мәктәптә билдәле башҡорт рәссамы һәм графигы Зөфәр Ғаяновта уҡыған, тап ул артабанғы һөнәр һайлауына йоғонто яһай ҙа инде. Һынлы сәнғәттә оҫталыҡ серҙәренә ул  Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университет) художество-графика факультетында эйә була. Уның курсташтары – бөгөн  Башҡортостандың танылған рәссамдары һәм графиктары Рәйес Ғәйетов, Ринат Миңлебаев, Ләйсән Рәхмәтуллина.

— Әлбиттә, мин графика менән генә түгел, китап иллюстрацияһы менән дә шөғөлләнәм, акварель менән яҙам. Ә бына майлы буяуҙар менән күптән эшләгәнем юҡ. Юбилей күргәҙмәмдә лә экспозиция бер бөтөн, тупланған булһын өсөн баҫма графиканы ғына ҡуйырға булдым, – тип аңлата рәссам.

Баҫма графиканың тәү ҡарашҡа ҡәтғилегенә һәм ике төҫ – аҡ һәм ҡара – менән генә сикләнеүенә ҡарамаҫтан, рәссамдың эштәре күп яҡлы һәм нескә фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә.

— Мин башҡа төҫтәр менән эксперимент яһарға һәм уларҙы баҫма графикала файҙаланырға ынтылмайым, – ти Глеб Голубев. — Ә был ике ҡапма-ҡаршы төҫ – аҡ һәм ҡара, “төрлө төҫтәр” менән иғтибарҙы тарҡатмай, идея йөкмәткеһен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

темалар: күргәҙмәләр