9 декабрь, Йома

08 декабрь 2009 йыл, 15:10

Өфөлә “Эске туризм өлкәһендә инновациялар” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда  9-12 декабрь “Эске туризм өлкәһендә инновациялар”  Бөтә Рәсәй  кәңәшмәһе үтәсәк.

“Башинформ” агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм  туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә Сыуаш Республикаһы,Татарстандан, Ставрополье крайынан, Нижегород, Ҡурған, Вологда, Силәбе, Ульяновск, Төмән, Мәскәү, Ярославль, Пенза, Һамар, Липецк, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләренән ҡатнашасаҡтар. Улар туризм өлкәһендә урындағы үҙидара һәм федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ эре туристик фирмалар етәкселәре.

9 декабрь кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн  физик культура һәм спорт обьекттарында булыу мөмкинлеге менән  Өфө буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.

10 декабрь Конгресс- холл бинаһында кәңәшмә уҙғарыласаҡ. Тәүҙә ҡунаҡтар туристик индустрия күргәҙмәһе менән танышасаҡ. Унда республиканың санатор- курорт учреждениелары, тау саңғыһы үҙәктәре, профилле вуздар, эске туризм буйынса махсуслашҡан туристик операторҙар, экскурсиялар бюроһы үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырып үтмәксе. Күргәҙмәлә квадроциклдар, велосипедтар, катерҙар, этник тирмәләр була һәм ошонда уҡ башҡорт балын тәмләп ҡарау мөмкинслеге буласаҡ.

Кәңәшмәнең икенсе көнө Ғафури районында үтәсәк. “Красноусольский” шифаханаһында күсмә секциялар эшләйәсәк. Уларҙың берәүһе эске туризм мәсьәләләренә  арнала. Икенсеһе – туристик-спорт секцияһы, ул Ташаҫты ауылында, билдәле Уҡлыҡая эргәһендә үткәреләсәк.

Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Республикаһының географик үҙәгенә – Ғафури районының Ерек ауылына – барыу  ҡаралған.

темалар: Туризм