Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Президент шыршыһына әҙерлек бара

Йәмғиәт

Өфөлә 22 декабрь Конгресс-холлда үтәсәк Президент шыршыһына әҙерлек бара. Традиция буйынса  әкиәт тамашаһына  республика ҡалалары һәм райондары мәктәптәренән уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған БР Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең балалары саҡырыласаҡ.

Барлығы Президент шыршыһында 680 бала ҡатнашасаҡ. Уларҙың барыһына ла бүләктәр, театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы әҙерләнгән. Һәр ваҡыттағыса, ул яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ,  ысын дуҫлыҡ, мәңгелек тормош ҡиммәттәре тураһындағы матур әкиәт итеп төҙөлгән.

“Башинформ” агентлығына БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр  итеүҙәренсә, балалар  спектаклен ҡуйыусылар Башҡорт ҡурсаҡ театры режиссеры Илмар Әлмөхәмәтов һәм Башҡорт дәүләт филармонияһынан Илшат Фәхретдинов.

Йәш тамашасыларҙы   ысын мәғәнәһендә мөғжизәләр тулы әкиәт көтә.  “Бер ваҡыт Яңы йыл алдынан, йәки 32 декабрь” тип исемләнгән  тамаша көтөлмәгән мажараларға һәм күңелле осраҡтарға  бай.  Яңы йыл тамашаһының төп геройҙары – Яңы йыл шыршыһы, балалар һәм төрлө әкиәт геройҙары – урланған  яңы йыл төнөн эҙләйәсәктәр. Кире геройҙар -  икенсе планетанан килеүселәр. Әлбиттә, был көндө “яҡшылыҡ” “яуызлыҡты” еңәсәк һәм 31 декабрь кире ҡайтарыласаҡ…

Шоуҙа Мәжит Ғафури исемендәге  Башҡорт дәүләт академия  драма театры, Мостай Кәрим  исемендәге милли йәштәр  театры артистары ҡатнаша. Тамашасылар йырсылар, бейеүселәр һәм музыкантар сығышы менән һоҡланасаҡ. Һәр тамашасыға Башҡортостан Президентының бүләге тапшырыласаҡ.

Теги: Яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть