Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы белорус коллегалары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Белоруссия сауҙа-сәнәғәт палатаһының Гомель һәм Брест бүлексәләре менән хеҙмәттәшлек итәсәк.  Ярашлы килешеүҙәргә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы яғынан – палата рәйесе Сергей Ефремов, Белоруссия сауҙа-сәнәғәт палатаһының Гомель бүлексәһе яғынан – генераль директор урынбаҫары Алексей Шелегеда, Брест бүлексәһе яғынан генераль директор Валерий Лабун ҡул ҡуйҙы.

Орашыу Волга буйы федераль округының Беларусь Республикаһында иҡтисади миссияһы барышында үткәрелде. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан делегацияһына БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин етәкселек итә.

Ике яҡлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу предприятиеларға һәм ойошмаларға тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә формаларын үҫтереүҙә һөҙөмтәлерәк хеҙмәттәшлек итергә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләйҙәр БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.

Республика делегацияһы Волга буйы федераль округының инновацион потенциалын презентациялауҙа, эшлекле контакттар биржаһы, түңәрәк өҫтәлдәр эшендә ҡатнашты, Минскиҙың ҡайһы бер предприятиеларына булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть