4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 12:18

Көйөргәҙе районында Башҡорт әҙәбиәте көндәре башланды

автор: Марина Шумилова

Бөгөн Көйөргәҙе районында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының 75 йыллығына арналған Башҡорт әҙәбиәте көндәре башланды.

Бында  республиканың Яҙыусылар союзы делегацияһы килде. Уның составына шағирҙар,  прозаиктар,  публицистар  Фәрғәнә Ғөбәйҙуллина, Риф Мифтахов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Закир Әкбәров, Ғәлим Хисамов, Хисмәт Юлдашев, Тамара Ғәниева, Кинйәғәли Абдуллин инде. Ике көн буйына улар район халҡы менән осрашасаҡ. Был ижади осрашыуҙар мәктәптәрҙә һәм ауыл биләмәләренең Мәҙәниәт йорттарында үтәсәк.

Декабрь уртаһында Башҡорт әҙәбиәте көндәре Бишбүләк районында ла үтәсәк. Башҡорт яҙыусыларының уҡыусылар менән декабрь осрашыуҙары быйыл республиканың күп райондарында үткән республика Яҙыусылар союзы юбилейына арналған Башҡорт әҙәбиәте көндәрен тамамлаясаҡ.

темалар: юбилейҙар