4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 11:58

Дәрдмәнд хөрмәтенә хәтер кисәһе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билдәле татар шағиры, меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре Дәрдмәндең (Закир Рәмиев) тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Был сараны «Рамазан» төрки милли-ағартыу үҙәге ойошторҙо.

Хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә тыуып үҫкән Закир Рәмиев сәнәғәтсе, революцияға тиклемге Рәсәйҙең иң бай кешеләренең береһе һәм беренсе Дәүләт Думаһы депутаты була. Ул ағаһы Шакир Рәмиев менән бергә бик күп хәйриә йәмғиәттәре ойоштора, татар телендәге гәзит һәм журналдарға ярҙам итеү менән әүҙем шөғөлләнә. Атап әйткәндә, Рәмиевтар ярҙамында «Ваҡыт» гәзите һәм «Шура» журналы сығарыла башлай. 72 көн генә йәшәп ҡалған беренсе Дәүләт Думаһын тарҡатҡандан һуң Закир Рәмиев сәйәсәт менән башҡаса шөғөлләнмәй һәм әҙәби ижадҡа бирелә.

Шағирҙың юбилейы хөрмәтенә кисәлә ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләү хаты ебәрҙе.

"Кешеләр Закир Рәмиевты һәм уның ағаһы Шакирҙы үҙ Ватанының ысын патриоттары итеп хәтерләй, — тиелә тәбрикләүҙә. — Ғалимдарҙың, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеүҙәре нигеҙендә, ағалы-энеле Рәмиевтарҙы яҡындан белгән замандаштарының хәтерләүҙәре буйынса уларҙың төбәк иҡтисадына, рухи һәм социаль тормошона ҙур өлөш индереүе билдәле. Рәмиевтарҙың предприятиеларында Баймаҡ, Учалы, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура райондарының башҡорт ауылдарында йәшәүсе бик күптәр эш менән тәьмин ителгән.

Эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығы өлгөһө күрһәтеп, Рәмиевтәр мохтажлыҡ кисереүсе ғаиләләргә ярҙам иткән, дауаханалар, китапханалар, мәктәптәр, мәсеттәр, мәҙрәсәләр төҙөткән, үҙ иҫәбенә башҡорт һәм татар балаларын Рәсәйҙең абруйлы белем биреү йорттарында уҡытҡан. Улар тарафынан киң күләмдә китап нәшерләү ойошторолған”.

Дәрдмәндең шиғриәтенә донъяны фажиғәле танып белеү, образлы фекерләү, стиль һығылмалылығы, нескә лиризм һәм тәрән психологизм хас. Ул рус әҙәбиәте классиктары – Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Федор Тютчев һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә.

Әммә тере сағында уның бер генә китабы ла донъя күрмәй. Революциянан һуң Закир Рәмиев Рәсәйҙе ташлап киткеһе килмәй һәм үҙ ирке менән предприятиеларын дәүләткә тапшыра.

1931 йылда Закир Рәмиев аслыҡтан вафат була. Уның ижады ХХ быуат бөтә татар шиғриәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Дәрдмәнде беҙҙең республикала ла хөрмәтләп иҫкә алалар. “Рамазан” үҙәге шағир хөрмәтенә әҙәби кисәләр, тасуири уҡыу конкурстары, фәнни конференциялар даими ойоштора. Башҡортостанда шулай уҡ Дәрдмәнд музейы эшләп килә, ә йәйен йыл һайын “Болғарға сәйәхәт” мәҙәни-ағартыу акцияһы ойошторола. Уның сиктәрендә ижади интеллигенция вәкилдәре, төрки шиғриәтенә битараф булмағандар Башҡортостан һәм Татарстан территорияһы буйлап үткән йылға круизы ваҡытында был һәләтле шағирҙың ижады тураһында күберәк белеү мөмкинлеге ала.