4 декабрь, Йәкшәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 11:08

Мифтахетдин Аҡмулла көндәре бара

автор: Эльмира Сабирова

7 — 11 декабрҙә Башҡортостан Республикаһында Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре үткәрелә. БР Президенты Мортаза Рәхимов унда ҡатнашыусыларға ҡотлау сәләме ебәрҙе.

«Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе Мифтахетдин Аҡмулланың бай ижади һәм мәғрифәтселек мираҫы алдынғы ижтимағи-сәйәси ҡараштарҙы үҫтереүҙә әһәмиәтле роль уйнай, Рәсәй халыҡтары рухи мәҙәниәте хазинаһына инә. Аҡмулланы, тыуған яҡтың тәрбиәүи мөмкинлектәрен һәм тәрән мәғрифәтселек традицияларын өйрәнеү үҙәгенә әйләнгән Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы тарафынан шағирҙың гуманистик идеяларының уңышлы үҫтерелеүе ҡыуаныслы», — тиелә республика Президентының ҡотлауында.

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан хәбәр итеүҙәренсә, саралар программаһы киң һәм күп төрлө. Төп сара булып IV Халыҡ-ара уҡыуҙар торасаҡ. Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең төрлө юғары уҡыу йорттарынан ғалимдар мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫын тикшерәсәк.

Халыҡ-ара Аҡмулла көндәренең йомғаҡлау аккорды булып студенттар ҡатнашлығында традицион республика фольклор байрамы торасаҡ.

темалар: мәғариф