3 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2009 йыл, 10:23

Башҡортостанда пассажирҙар ташыу тәрибәһен өлгө итеп ҡуйырлыҡ

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә Халыҡ-ара транспорт форумы үтте, ул тармаҡты үҫтереү перспективаларына арналды. Статуслы сараға 30 илдән профилле ведомстволар министрҙары һәм бөтә Рәсәйҙән транспорт структуралары вәкилдәре йыйылды.

— Рәсәйҙең уникаль географик урыны һәм масштабтары менән бәйле транспорт тармағы һәр ваҡыт дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе роль уйнаны, – тине РФ Транспорт министрлығы башлығы Игорь Левитин. – Илебеҙҙә элек-электән транспорт эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе объектив зарурлыҡ булып торҙо.

Әйткәндәй, Башҡортостан – дәүләт пассажирҙар ташыусыһы – «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы эшләп килгән бик аҙ төбәктәрҙең береһе. Форумда ҡатнашыусыларҙың күбеһе был фактты юғары баһаланы.

— Башҡортостан «Башавтотранс» кеүек заманса һәм үҫешкән автотранспорт предприятиеһы булыуы менән ғорурлана ала, — тип үҙ фекерен белдерҙе Силәбе автовокзалы директоры Владимир Руськин "Башавтотранс" белгестәре менән аралашҡанда. – Минеңсә, прогрессив технологиялар индереү өлкәһендә Башҡортостан пассажирҙар автоташыусыһына тиңләшерлек ойошма Рәсәйҙә әлегә юҡ. Финанс иҫәбе алып барылған, бөтә кәрәкле параметрҙарҙы – автобус тиҙлегенән алып билет алыусы пассажирҙар һанына тиклем – контролдә тотоусы навигация системағыҙ ғына ни тора! Бынан тыш, льгота менән файҙаланыусыларҙың йөрөүен һәм дәүләт ярҙамы алыусы кешеләрҙең иҫәбен теркәп барыу мөмкинлеге биреүсе транспорт карталары һеҙҙең республикала ғына бар. Шуға күрә «Башавтотранс»тың Рәсәй транспорт тармағы лидеры статусын һаҡлауы ғәжәп түгел.

Манежда транспорт форумы барышында «Рәсәй транспорты: аяҡҡа баҫыуы, үҫеше, перспективалары» күргәҙмәһе лә эшләне. Бында Липецкиҙан транспорт карталары эше программаһы күрһәтелде. Липецк программистары салонға ингән пассажирҙар һанын контролгә алыу ысулын уйлап тапҡандар, ләкин әлегә шунан ары китә алмағандар. Шуға күрә лә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙың прогрессив тәжрибәһен коллегалары менән уртаҡлаша ала.