3 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2009 йыл, 17:57

Мәләүездән журналистар «Шевроле–Нива» автомобиле отто

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүез районының «Путь Октября» гәзите редакцияһы коллективы «АГРО-СМИ-2009» Бөтә Рәсәй фестиваленең Рәсәй ауылы тормошон һәм агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләрен яҡтыртыусы өлкә һәм район киң мәғлүмәт саралары смотр–конкурсы лауреаты тип танылды.

Мәскәүҙә, Халыҡ-ара сәнәғәт академияһы бинаһында, баш редактор Сибәғәт Рахманғоловҡа Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Хөрмәт грамотаһы, Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса Федераль агентлыҡтың Рәхмәт хаты һәм «Шевроле-Нива»автомобиленән асҡыс тапшырылды.

Был ижади конкурста Башҡортостандан  журналист-аграрсылар яулаған беренсе автомобиль түгел. 2007 йылда «Сельские узоры» журналы яңы ВАЗ автомобиле алғайны.

темалар: конкурс