5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2009 йыл, 17:23

Элеонора Митрофанова ЮНЕСКО башҡарма советы рәйесе итеп һайланды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ЮНЕСКО ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының даими вәкиле Элеонора Митрофановаға хат ебәрҙе. Ул уны ЮНЕСКО башҡарма советы рәйесе вазифаһына һайланыуы менән ҡотлай. Хатта шулай тиелә:

«Хөрмәтле Элеонора Валентиновна! Һеҙҙе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса башҡарма совет рәйесе вазифаһына һайланыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым.

Был абруйлы ойошманың 60 йылдан ашыулыҡ тарихы осоронда халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яуаплы органы – ЮНЕСКО башҡарма комитетын тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы вәкиле етәкләй. Был күркәм факт хәҙерге Рәсәйҙең ЮНЕСКО компетенцияһының бөтә өлкәләрендә тиерлек ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә булған халыҡ-ара роленә бик тә тап килә.

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының төп субъекттарының береһе – 10 йылдан ашыу ЮНЕСКО менән әүҙем бәйләнеш тота, уның бөтә сараларында, программаларында һәм проекттарында ҡатнаша. Мәҫәлән, 2008 йылдың мартында берлектәге акция – ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһы Презентацияһы үткәрелә, унда Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү –  ЮНЕСКО менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы Коммюникеға ҡул ҡуйыла. Был документта мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникация, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре билдәләнә».

Мортаза Рәхимов Элеонора Митрофановаға именлек, яуаплы халыҡ-ара эшмәкәрлегендә уңыштар теләй һәм уны Башҡортостанға килеп китергә саҡыра.